11 декабрь, Йәкшәмбе

19 июнь 2012 йыл, 10:22

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан яҙыусылары менән осрашты

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Дүшәмбе, 18 июндә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостан яҙыусылары республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Һүҙ оҫталарының төбәк башлығы менән рәсми булмаған бындай аралашыуы тәүгә үтте. Әҙиптәрҙең үҙ проблемалары һәм пландары хаҡында Президенттың үҙенә хәбәр итеү мөмкинлеге килеп тыуҙы.

Асыҡланыуынса, яҙыусыларҙың проблемалары бихисап. БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов хәбәр итеүенсә, улар иҫәбенә берләшмә эшмәкәрлеген финанслау, дауаланыу өсөн шифаханаларға ташлама менән путевка ала алмау ҙа инә. Шулай уҡ яңы ижад итә башлаған йәш авторҙарҙың әҫәрҙәрен баҫтырыуға бәйле мәсьәлә лә ҡуҙғатылды. Йылына бер китап баҫтырыуҙы иҫәптә тотҡан квотаға ҡарамаҫтан, китап сығарыуға бәйле хәл элеккесә ҡала.

— Китап баҫтырыу менән бәйле ауырлыҡтар тураһында һүҙ йөрөткәндә, баҫтырылған әҫәрҙәрҙең художестволылығы хаҡында ла оноторға ярамай, — тип билдәләне яҙыусы Марат Кәримов. – Бөгөнгө көндә, тәнҡит күҙлегенән сығып анализланмайынса, яҙылған һәр әҫәр баҫтырыуға ебәрелә. Башҡорт әҙәбиәтен төҫһөҙлөк ялмай һәм бының менән көрәшергә кәрәк. Заманында Назар Нәжми әҙәбиәттәге илке-һалҡылыҡ менән көрәшкән. Беҙ үҙебеҙҙе генә «дауалай» алабыҙ, Хөкүмәт бында ярҙам итә алмай. Күрәһең, әле хөкөм иткән иҡтисади хаос уҡыусыларҙың ғына түгел, яҙыусыларҙың да аңын ялмап алған. Ә бит улар бер аҙым алда булырға тейеш.

Тәржемәсе һәм сценарист Зөһрә Бураҡаева башҡорт теленән профессиональ тәржемә итеүселәрҙең булмауын билдәләп үтте, был милли авторҙарҙың Рәсәйҙә танылыу яулау мөмкинлектәрен кәметә.

— Беҙ тик энтузиазм менән генә эшләйбеҙ, — тине Зөһрә Бураҡаева. – Ҙур хикәйә тәржемә иткән өсөн беҙ әҙ аҡса алабыҙ, ә глобаль әҫәрҙәргә тотонорға көс тә, средстволар ҙа юҡ.

Зөһрә Бураҡаева башҡорт авторҙарының әҫәрҙәрен тәржемә итеүгә грант бүлергә тәҡдим итте: заказсы булараҡ дәүләт тәржемә итеүсегә аҡса түләй, ә был эште башҡарыусы билдәле бер срокка сифатлы тәржемә тапшырырға тейеш.

— Яҙыусы хеҙмәте, минеңсә, аҡыл һәм тәжрибәнең юғары баҫҡысы булып тора, — тине Президент, осрашыуға йомғаҡ яһап. – Бынан тыш, яҙыусы ул традицияларҙы һәм ваҡыт һулышын һаҡлаусы ла. Милли яҙыусының аудиторияһы бәләкәй булыуы ла мөмкин, әммә ул, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һаҡлап, мөһим тарихи эш башҡара. Был өлкәлә эшләнеп бөтмәгән урындар бар, әммә был ғәйепләү түгел, ә факттарҙы барлау. Ҙур әҫәрҙәр тубыҡта ғына яҙылмай. Әҙиптәргә ижад итеү өсөн шарттар булдырырға бурслыбыҙ. Тәржемә эшмәкәрлеге, республикала һәм унан ситтә китап баҫтырыу, уларҙы һатыуға сығарыу тураһында ла уйларбыҙ. Кәрәкле средстволар бүлербеҙ. Иҡтисадтың тормошта иң мөһиме булмауын аңлайбыҙ. Рухилыҡ мөһим, сөнки кешеләр элеккесә ыңғай миҫалдарға, матурлыҡҡа ынтыла, шуға күрә әҙәбиәт роле лә мөһим булып ҡала.