11 декабрь, Йәкшәмбе

18 июнь 2012 йыл, 18:06

Балтас районында мәсет асылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Балтас районының Штәнде ауылында мәсет асылды. Тантаналы сарала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Балтас районы хакимиәте башлығы Рәфил Ғәлләмов һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың әсәһе Рәйсә Хәмитова ҡатнашты.

Был мәсет ун йыл элек төҙөлә башлаған. Әммә төҙөлөш эштәре һүлпән барған. Былтыр Рәйсә Хәмитова ярҙамы менән эштәр тиҙләтелгән.

Тәлғәт Тажетдин иман йортон төҙөргә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла – Рәйсә Хәмитоваға, урындағы хакимиәткә һәм төҙөүселәргә рәхмәтен белдерҙе.

— Барыһы ла ғаиләнән башлана, — тип билдәләне юғары мөфтөй. – Башҡортостанда 2012 йыл Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип юҡҡа ғына иғлан ителмәне. Ислам ғаиләгә, йәш быуынды тәрбиәләү һәм ололарға ҡарата ихтирамлы булыу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә.

Штәнде ҡалаһында йәшәүсе Рәйсә Хәмитова һөйләүенсә, тыуған ауылында мәсет асыу уның күптәнге хыялы булған. Һәм бына, ниһайәт, уның теләге тормошҡа ашты.

Яңы мәсеттә тәүге дини сара – сабыйға исем ҡушыу йолаһы үткәрелде. Йорттоң беренсе ҡаты – ир-аттар, икенсе ҡаты ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән. Хәҙер бында ислам дине нигеҙҙәре буйынса дәрестәр ойоштороласаҡ, дини йолалар үткәреләсәк. Алдағы ваҡытта мәсет ҡарамағында мәҙрәсә лә асыласаҡ. Бығаса мәғрифәтселек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән Рәйсә Хәмитова урындағы халыҡты ислам дине нигеҙҙәренә өйрәтәсәк.

темалар: дин,төҙөлөш