4 декабрь, Йәкшәмбе

18 июнь 2012 йыл, 17:17

Стәрлетамаҡтың сәнғәт оҫталары шиғриәт һәм йыр байрамын ойошторҙо

автор: Людмила Терновая

Стәрлетамаҡтың Юрий Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында «Йәйге тымыҡ кистәрҙә...» байрамы үтте, уны урындағы яҙыусылар ойошмаһы һәм ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ойошторҙо. Шиғрит һәм йыр кисәһе Стәрлетамаҡ халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн матур йолаға әүерелде, сара бына инде бер нисә йыл рәттән үткәрелә. Быйыл Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалаларының шағирҙары һәм яҙыусылары, республикала билдәле булған йырсылар, музыканттар һәм эстрада коллективтары тамашасыларҙы үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырҙы.

темалар: байрамдар