11 декабрь, Йәкшәмбе

18 июнь 2012 йыл, 17:00

Белорет районында «Ирәмәл нуры» инвестиция проекты тормошҡа ашырыласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһында Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең интеграцияланған яңы проекты «Ирәмәл нуры» тип атала. Уны 22-24 июндә Белорет районында үтәсәк конференцияла тикшерәсәктәр.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сара «Белогорье» Белорет районын һәм ҡалаһын социаль, иҡтисади һәм мәҙәни йәһәттән үҫтереү фонды менән ойошторола. Урындағы ойошмалар ресурстары иҫәбенә идеянан һәм яҡынса иҫәпләүҙәрҙән тулы инвестиция проектын әҙерләүгә күсеү сараның төп маҡсаты булып тора. Киләсәктә әлеге проект 400 эш урынын булдырырға ярҙам итәсәк.

Конференция барышында «Ирәмәл нуры» проектының иҡтисади һәм социаль бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн тәҡдимдәр, айырым бер ауыл биләмәһендә инвестицион мөхитте яҡшыртыу һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса закон сығарыу органдарына тәҡдимдәр әҙерләнәсәк, проектҡа мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ Башҡортостанда ауылдарҙы, эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереү дәүләт программаларының финанс мөмкинлектәрен әүҙем ҡулланыу алымдары әҙерләнәсәк.

Эшлекле программанан һуң конференцияла ҡатнашыусылар Ирәмәл тауына менәсәк һәм фольклор байрамында ҡатнашасаҡ.