8 декабрь, Кесе йома

18 июнь 2012 йыл, 15:30

Өфөлә «Ғаилә ҡиммәттәре» конкурсында еңеүселәр тәбрикләнәсәк

автор: Эльмира Сабирова

«Ғаилә ҡиммәттәре» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы 19 июндә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында үтә.

Иң яҡшы ғаиләләр алты номинацияла билдәләнә.

Конкурс баш ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы ярҙамында Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды һәм «Дошкольная Уфа» журналы редакцияһы башланғысы менән ойошторола. Сара Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендә үткәрелә.

Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фондынан асыҡлауҙарынса, финалда ҡатнашыусы ғаиләләр үҙҙәренең йолалары, традициялары, шөғөлдәре хаҡында һөйләйәсәк. Һәр ғаилә өсөн дипломдар һәм бүләктәр әҙерләнгән.

Байрам программаһында: оҫталыҡ дәрестәре, балалар һәм ололар өсөн конкурстар, бәйгелә ҡатнашыусылар тарафынан әҙерләнгән күргәҙмә.

Сара 17 сәғәттә башлана.