6 декабрь, Шишәмбе

18 июнь 2012 йыл, 14:26

Сәлиә Мырҙабаева: «Мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү ысулы булараҡ граждандарҙы күсмә ҡабул итеү айырыуса мөһим»

автор: Марина Шумилова

Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева Әбйәлил районында граждандарҙы ҡабул итте. Төрлө һорауҙар буйынса депутатҡа яҡынса 30 кеше мөрәжәғәт итте.

— Торлаҡ һәм ер мәсьәләләре көнүҙәк булып ҡала, — тип билдәләне Сәлиә Мырҙабаева.

Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тейешле ведомстволар ҡарап сыҡҡан да инде, һорауҙарҙың бер өлөшөн депутат үҙ контроле аҫтына алды. Асыҡланыуынса, күпселек мәсьәләләрҙе урындағы власть органдары кимәлендә хәл итеп була. Осрашыу барышында шулай уҡ эшкә урынлашыу, медикаменттар менән тәьмин итеү мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды.

Шулай итеп, Әбйәлил районы ветерандары Советы депутатҡа ташламалар менән ҡулланыусы граждандар категорияһын дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе контролгә алыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте, шулай уҡ ветерандар ауылдарҙа медицина ярҙамын күрһәтеүҙе камиллаштырыу буйынса теләктәрен еткерҙе.

Ҡушый ауылында йәшәүсе ҡатын аҙ комплектлы мәктәптәр хеҙмәткәрҙәре исеменән мөрәжәғәт итте. Уларҙың фекеренсә, бәләкәй мәктәптәрҙә бер юлы бер нисә класс менән эшләгән педагогтарға пенсиялар башҡа төрлө схема буйынса түләнергә тейеш. Асҡар ауылында йәшәүсе дүрт бала әсәһе эшкә урынлашыуҙа ярҙам итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Сәлиә Мырҙабаева урында уҡ Үҙәк район дауаханаһы етәкселеге менән һөйләште, һәм ҡатынға дауаханала эш тәҡдим ителде. Депутат менән осрашыуға Үҙәк район дауаханаһында эшләүсе офтальмолог та килде, ул Сәлиә Мырҙабаеваға республиканың медицина хеҙмәткәрҙәре хаҡында хәстәрлек күргәне, ауылдарҙағы дауалау учреждениеларына йәш белгестәрҙе йәлеп итеүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Барлыҡ мәсьәләләрҙе лә тиерлек конструктив хәл итә алдыҡ, — тип белдерҙе Сәлиә Мырҙабаева граждандарҙы ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса. – Был осрашыу тағы ла бер тапҡыр бындай эштең кәрәкле һәм һөҙөмтәле булыуын раҫланы. Граждандарҙы күсмә ҡабул итеү мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү ысулы булараҡ айырыуса мөһим. Бындай тәжрибәне беҙ, әлбиттә, дауам итәсәкбеҙ.

Әбйәлил районында граждандар менән осрашыу сиктәрендә Асҡар ауылында түңәрәк өҫтәл һәм эшҡыуарҙар өсөн бушлай юридик консультация ойошторолдо. Ауыл эшҡыуарлығын үҫтереүҙә булышлыҡ итеү буйынса Сәлиә Мырҙабаеваның был проекты БР Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһында яҡлау тапты. Ассоциация етәкселәре ҡатнашлығындағы бындай осршыуҙар Күмертау ҡалаһында, Күгәрсен һәм Баймаҡ райондарында үткәрелгән дә инде.

Әбйәлил районына эш сәфәре барышында Сәлиә Мырҙабаева «Яктыкүл» шифаханаһы коллективы менән осрашты, учреждение эшмәкәрлеге менән танышты, республика шифаханаларын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Депутат шулай уҡ Таштимер ауыл врач амбулаторияһында, Үҙәк район дауаханаһында булды. Ул район табиптарына юғары профессионализм өсөн рәхмәт хаттарын тапшырҙы.