7 декабрь, Шаршамбы

18 июнь 2012 йыл, 12:02

Республикала ял көндәрендә өс кеше батып үлгән

автор: Ольга Мортазина

Үткән ял көндәрендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында һыуҙа өс бәхетһеҙлек осрағы теркәлгән. Шишмә районының Илкәш ауылы эргәһендә Ҡалмаш йылғаһында район үҙәгендә йәшәүсе 35 йәшлек ҡатын батып үлгән. Шулай уҡ Белорет ҡалаһының күлендә — ҡалала йәшәүсе 45 йәшлек ир, Балтас районында Тере Танып йылғаһында Ҡомъяҙы ауылынан 50 йәшлек ир батып үлгән.

— Барлыҡ осраҡтар һыу инеү өсөн яраҡлаштырылмаған урындарҙа булған. Ир кешеләр һыу ингәндә айыҡ булмаған. Мәйеттәрҙе Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте водолаздары эҙләп тапҡан, — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.