8 декабрь, Кесе йома

18 июнь 2012 йыл, 10:26

Рөстәм Хәмитов «Салауат йыйыны–2012» байрамында ҡатнашты

автор: Эльмира Сабирова | фото: Александр Данилов

Шәмбе 16 июндә Салауат районында бер юлы ике ҙур тантаналы сара үтте. Ҡаратаулы ауылы янында үткәрелгән «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамында һәм яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға ҡарата ойошторолған һабан байрамында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Байрамдарға бөтә республиканан ҡунаҡтар килде. Һәр муниципалитет үҙенең тирмәһен ҡорҙо. Шулай уҡ бихисап шәжәрәләр тәҡдим ителде. Төбәк башлығы ауыл советтарының тирмәләрен ҡарап сыҡты. Атап әйткәндә, Арҡауыл, «Айыҡ ауыл-2011» республика конкурсында еңеүсе Көҫәпәй ауылдары тирмәләрендә булды.

Ауыл халҡын һәм байрам ҡунаҡтарын сәләмләп, Рөстәм Хәмитов Салауат районының республикалағы ҙур әһәмиәткә эйә булған муниципалитеттарҙың береһе булыуын билдәләне.

— Был Салауат Юлаевтың, танылған шағирҙар, музыканттар, яҙыусыларҙың тыуған ере, уларҙың барыһын да һанап бөтөп булмай, — тине ул. – Был таланттарға, хеҙмәтсәндәргә бай ер, улар ауыр шарттарҙа ла бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Быйыл сәсеү эштәре, урып-йыйыу эштәренә әҙерлек саралары уңышлы үтте, һәм был беҙҙе ҡыуандыра. Башҡортостан Хөкүмәте үҙ яғынан, республика Президенты булараҡ мин ауыл халҡына һәр яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ. Ауыл биләмәләре башҡарған оло хеҙмәтте компенсациялау тураһында уйлайбыҙ. Беҙҙең өсөн ауыл хужалығы абсолют өҫтөнлөк булып тора.

Бынан һуң Рөстәм Хәмитов Рәшит Аҡбашевҡа һәм Риф Вәхитовҡа «Салауат районының почетлы гражданы» танытмаларын тапшырҙы.

«Салауат васыяты» исемле театрлаштырылған тамаша байрамда ҡатнашыусыларҙың күңеленә айырыуса хуш килде. Башҡорт батырының тормошон сағылдырған музыкаль композицияла 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Билдәләп үтәйек, Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған «Салауат йыйыны» тәүге тапҡыр 2004 йылда Салауат районында үтте. Шул ваҡыттан алып байрам йола буйынса батырҙың тыуған ерендә генә түгел, республиканың башҡа төбәктәрендә лә үткәрелә. Шулай итеп, бындай сара Балтас, Саҡмағош, Ишембай һәм башҡа райондарҙа үтте.

Байрам программаһында волейбол һәм футбол матчтары, гер спорты, еңел атлетика һәм армрестлинг буйынса ярыштар булды. Малайҙар һәм үҫмерҙәр үҙҙәрен «Йүрүҙән бөркөтө» конкурсында (уҡ атыу, һөңгө ташлау) һынап ҡараны. Шулай уҡ йыйында ат сабыштары, милли көрәш ойошторолдо. Конкурстарҙа еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.