Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Салауат районы «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамына әҙерләнә

Йәмғиәт

«Салауат йыйыны» фольклор байрамы 16 июндә Салауат районының Ҡаратаулы ауылы янында, Йүрүҙән йылғаһы буйында үтәсәк. Ул яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуына һәм Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала.  

Республика байрамы программаһы менән театрлаштырылған тамаша, ат сабыштары, көрәш, «Бауырһаҡ» конкурсы планлаштырылған. Шулай уҡ волейбол һәм футбол матчтары, гер спорты, еңел атлетика һәм армрестлинг буйынса ярыштар ойоштороласаҡ. Малайҙар һәм үҫмерҙәр үҙҙәрен «Йүрүҙән бөркөтө» конкурсында (уҡ атыу, һөңгө ташлау) һынап ҡарай ала.

Спорт ярыштарынан тыш, ойоштороусылар ижади конкурстар ҙа әҙерләй. Мәҫәлән, үҙешмәкәр коллективтарҙа ҡатнашыусылар — хор, вокаль, фольклор, бейеү ансамблдәре, айырым башҡарыусылар, дуэттар күп жанрлы конкурста ҡатнаша ала. Йәш башҡарыусылар араһында айырым конкурс үткәреләсәк. Еңеүселәр һәм призерҙарға ҡиммәтле бүләктәр әҙерләнгән.

Бынан тыш, ауыл биләмәләренең, ойошмалар, учреждениеларҙың парады, һәр төрлө халыҡ уйындары үткәреләсәк.

Байрам БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Салауат районы хакимиәте менән ойошторола.

Теги: байрам
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть