9 декабрь, Йома

14 июнь 2012 йыл, 16:33

Башҡортостан Президенты Минск трактор заводында булды

автор: Сергей Захаров

14 июндә Белоруссияға эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Минск трактор заводында булды. Республика башлығы йыйыу цехы эшмәкәрлеге мнән танышты, шулай уҡ әҙер продукция өлгөләрен ҡараны. Предприятие етәкселеге менән Башҡортостанда берлектәге производствоны үҫтереү мөмкинлеге тикшерелде. Стәрлетамаҡтағы «Беларус-Инмаш» предприятиеһында Минск заводынан ҡайтарылған комплекттарҙан «Беларус-320» тракторҙары йыйыла, улар төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығында файҙаланыла.

Бынан һуң Рөстәм Хәмитов Еңеү монументына венок һалды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә арналған тантанала Минск ҡалаһы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Владимир Колтович та ҡатнашты, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.