9 декабрь, Йома

14 июнь 2012 йыл, 15:58

Рөстәм Хәмитов Александр Лукашенко менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

14 июндә Беларусь Республикаһы Президенты резиденцияһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Александр Лукашенко менән осрашыуы үтте.

Ике республика араһында машиналар эшләү, нефть химияһы һәм башҡа тармаҡтарҙа, шулай уҡ гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде.

Осрашыуҙа Беларусь Республикаһы Президенты Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡортостандың рәсми делегацияһы вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.