10 декабрь, Шәмбе

14 июнь 2012 йыл, 15:23

Өфөнөң Мәғариф идаралығында - яңы етәксе

автор: Эльмира Сабирова

Өфөнөң Мәғариф идаралығында яңы етәксе тәғәйенләнде. Идаралыҡ начальнигы вазифаһын хәҙер Елена Робертовна Хаффазова башҡара. Һуңғы бер нисә йылда ул баш ҡаланың 93-сө гимназияһы директоры булып эшләне.

Елена Хаффазова Карелия дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Кондопога ҡалаһында башланғыс класс уҡытыусыһы булып башлай. БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.