Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан башлығы Белоруссияның «Белкоммунмаш» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты

Иҡтисад

14 июндә Беларусь Республикаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Белкоммунмаш» холдингы идара компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство майҙансыҡтарында булды.

Республика башлығы автобус, троллейбус, трамвай һәм йөк машиналарының яңы моделдәрен эшләп сығарыу технологиялары менән танышты, йыйыу линияһында булды, шулай уҡ әҙер продукция өлгөләрен ҡараны. Предприятие инженерҙары трамвайҙарҙың иҫке моделдәре шассийы нигеҙендә яңы вагондар эшләү мөмкинлеге тураһында һөйләне. Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда берлектәге троллейбус һәм трамвайҙар производствоһын булдырыу перспективаһын ҡарарға тәҡдим итте, тип хәбәр итә Президенттың матбуғат хеҙмәте.

Белешмә өсөн. Минск трамвай-троллейбустар ремонтлау заводы (МРТТЗ), әле — «Белкоммунмаш» холдингы идара компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 1973 йылдың 1 июлендә сафҡа индерелгән. Был Минск ҡала башҡарма комитеты менән ойошторолған дәүләт предприятиеһы. Устав фонды, дәүләт, сит ил һәм башҡа төрлө ойошмалар ҡатнашлығынан тыш, үҙенең средстволары иҫәбенә формалаштырылған.

1974 йыл башында предприятиела беренсе троллейбус ремонтлана. Ошо ваҡыттан алып бында йәмғеһе 7000 троллейбус һәм трамвай төҙөкләндерелгән.

Әлеге ваҡытта компания ҡала электр транспортының күсмә составын эшләп сығарыу һәм ремонтлау өлкәһендә Беларусь Республикаһының алдынғы сәнәғәт предприятиеһы иҫәпләнә.  

Завод территорияһының дөйөм майҙаны — 87000 м. Производство майҙаны — 32636 м. Төп технологик ҡорамалдар иҫәбе — 642 берәмек. Предприятиела 1500-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть