10 декабрь, Шәмбе

14 июнь 2012 йыл, 13:41

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Беларусь Республикаһына килде

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

14 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге рәсми делегация Беларусь Республикаһына килде. Минск аэропортында төбәк башлығын Беларусь Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Илсеһе Андрей Кобяков һәм Беларусь Республикаһы архитектура һәм төҙөлөш министры Анатолий Ничкасов ҡаршы алды.

Ике көнлөк эш визиты программаһында Беларусь Республикаһы Президенты Хакимиәтендә, Министрҙар Советында осрашыуҙар, сәнәғәт предприятиеларына танышыу сәфәре, Беларусь Республикаһының эшлекле даирәләре менән осрашыуҙар планлаштырылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.

Белешмә өсөн. Федераль кимәлдә төҙөлгән дәүләт-ара һәм хөкүмәт-ара Договорҙар һәм Килешеүҙәр, шулай уҡ 1999 йылда Беларусь Республикаһы Президентының Башҡортостанға рәсми визиты дауамында ҡул ҡуйылған Беларусь Хөкүмәте менән Башҡортостан Хөкүмәте араһындағы Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү Беларусь Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы хеҙмәттәшлегенең хоҡуҡи нигеҙе булып тора. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Беларусь Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһындағы тауар әйләнеше 1 млрд 300 млн АҠШ долларын тиерлек тәшкил иткән, шуларҙың 152 миллионы белорус экспортына тура килә. Беларусь башлыса көнкүреш техникаһы һәм ауыл хужалығы машиналары менән тәьмин итә. Башҡортостан нефть продукттарын, каучук, машина эшләү ҡорамалдарын экспортҡа оҙата.