3 декабрь, Шәмбе

14 июнь 2012 йыл, 12:46

Халыҡ-ара донор көнөндә Өфө йәштәре ҡан тапшыра

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөгөн, Халыҡ-ара донор көнөндә, Өфөлә ҡан тапшырыу акцияһы үтә. Ул БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге менән ойошторолған.

Ҡыҙҙар һәм егеттәр бөгөн, үҙҙәре менән паспорт алып, ҡан тапшырыу өсөн Конгресс-холл алдындағы майҙанға йыйыла. Өфө йәштәре бындай акцияларҙа даими ҡатнаша. Һуңғы тапҡыр ҡан тапшырыу акцияһы 20 апрелдә үткәрелде, ул ваҡытта 230-ҙан ашыу кеше донор булды.

темалар: акциялар