6 декабрь, Шишәмбе

14 июнь 2012 йыл, 12:15

14 июндә Башҡортостанда Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостандың медиаберләшмәһе 14 июндә Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләй. Һөнәри байрамдары менән коллегаларын республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов ҡотланы.

— Беҙ мәғлүмәт йәмғиәте дәүерендә йәшәйбеҙ, бөгөн мәғлүмәт һәр дәүләт үҫешенең төп ресурсына әүерелгән, — тиелә министрлыҡ сайтында бирелгән ҡотлауҙа. — Бөгөн Башҡортостан Республикаһында меңдән ашыу киң мәғлүмәт сараһы бар. Йылдан-йыл нәшриәт эшмәкәрлегенең күләме арта, яңы теле- һәм радиотапшырыуҙар, баҫмаларҙың электрон версиялары барлыҡҡа килә, мультимедиа технологиялары үҫешә, бер өҙлөкһөҙ полиграфия мөмкинлектәрен техник йәһәттән яңыртыу процесы бара. Беҙҙең республика – төрлө телдәрҙә донъя күргән традицион һәм заманса киң мәғлүмәт саралары – дәүләт ҡарамағындағылары ла, шәхсиләре лә – уңышлы эшләп килгән йылдам үҫешеүсе төбәктәрҙең береһе. Республика, ҡала, район баҫмалары ташҡа баҫылған һүҙҙең төп тәғәйенләнешен – граждандарға объектив мәғлүмәт еткереүҙе лайыҡлы тормошҡа ашыра. Кешеләргә мәғлүмәт биреп, һеҙ уларға заман һулышын тойорға, ваҡиғалар үҙәгендә булырға, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итәһегеҙ.