Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда планлаштырылған майҙандарҙың 5 процентында бесән сабылған

Иҡтисад

Республика аграрийҙары 52 мең гектарҙа үлән сапты, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Был — күп йыллыҡ үлән сәселгән майҙандарҙың 5 проценты. Йәмғеһе 16 мең тонна бесән әҙерләнгән. Иң ҙур күләмдәр Хәйбулла (11 мең тонна) һәм Әлшәй (10 мең тонна) районы хужалыҡтарына тура килә.

Сенаж траншеяларына 47 мең тонна һутлы йәшел масса һалынған. Был эш Стәрлетамаҡ районында әүҙем алып барыла, бында 13 мең тонна сенаж тупланған.

Аграр ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, мал аҙығы әҙерләү кампанияһы республиканың бөтә райондарында ла тиерлек алып барыла. Төньяҡ-көнсығыш райондар ғына был исемлеккә инмәй. Малды ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы менән тәьмин итеү өсөн ауыл эшсәндәренә йәмғеһе 750 мең тонна бесән, 2 млн 356 мең тонна сенаж һәм 1 млн 600 мең тонна силос әҙерләргә кәрәк буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть