Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Владимир Путин Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы үткәрҙе

Сәйәсәт

Кисә Мәскәүҙә эш осрашыуы барышында Владимир Путин һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың социаль-иҡтисади хәлен тикшерҙе, тип хәбәр итә Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте.

Рөстәм Хәмитов төбәк эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәре буйынса презентация тәҡдим итте.

— 2012 йылдың биш айында беҙ бик яҡшы барабыҙ: был тулайым төбәк продуктының артыуы динамикаһына ла, сәнәғәт производствоһы индексына ла ҡағыла, — тип билдәләне төбәк башлығы. — Сәнәғәт производствоһы индексы 107,5 процент тәшкил итте. Бынан тыш, инвестициялар ҙа үҫә. Был бик һәйбәт, мөһим күрһәткес, һәм улар бөтә йүнәлештә лә, иң элек эшкәртеү сәнәғәтендә үҫә.

Республика башлығы төҙөлөш тармағындағы уңыштарҙы һәм халыҡтың реаль аҡсалата табышының артыуын билдәләне.

— Был кешеләрҙең яҡшыраҡ йәшәй башлауы тураһында һөйләй, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты дәүләт башлығына бер нисә ҙур проект, шул иҫәптән Урал менән Волга буйы төбәгенең иҡтисадын үҫтереү өсөн газ сеймалы менән тәьмин итеү проекты тураһында һөйләне.

— Ямалдан, Ямал ятҡылыҡтарынан еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын ҡыуҙырыу өсөн үткәргес торба төҙөү вариантын ҡарарға тәҡдим ителә. Был производствоның тиҙ арала ғәйәт ҙур үҫешенә килтерәсәк һәм, әлбиттә, ярайһы күп эш урындары бирәсәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Беҙ бында бөтә аргументтарҙы, техник-иҡтисади нигеҙләүҙәрҙе килтерергә һәм Һеҙҙең тарафтан билдәләнгән заманса, ҡыҙыҡлы, перспективалы, һәйбәт етештереүсәнлекле эш урындарын арттырыу бурысын хәл итергә әҙер.

Эш осрашыуы барышында Башҡортостан Президенты, был проект химия сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләһендә алға бик шәп ынтылыш яһарға мөмкинлек бирер ине, тигән фекерен белдерҙе.

Владимир Путин социаль өлкәләге эштәр торошо һәм, иң элек, эш хаҡы күләме менән ҡыҙыҡһынды.

— Үҙебеҙ билдәләгән бөтә пландар ҙа, Һеҙ ҡуйған бурыстар ҙа тормошҡа ашырыла, — тип ышандырҙы Башҡортостан Президенты. — 2011 йыл йомғаҡтары буйынса уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 30 процентҡа артты, ә 2012 йылдың биш айы һөҙөмтәһендә ул беҙҙең территория, Башҡортостан Республикаһы буйынса уртаса хеҙмәт хаҡына яҡынайҙы.

Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу мәсьәләләре лә ҡаралды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть