7 декабрь, Шаршамбы

14 июнь 2012 йыл, 10:01

Рөстәм Хәмитов: «Өфө 2021 йылғы Бөтә донъя уйындарын ҡабул итергә әҙер»

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Башҡортостандың баш ҡалаһына был көндәрҙә Халыҡ-ара Бөтә донъя уйындары ассоциацияһы һәм Милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса комитеттың рәсми делегацияһы килде. Уның составында IWGA президенты Рон Фройлих, генераль секретарь Джоаким Госсоу, Милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса комитеттың рәйестәше Геннадий Алешин һәм спорт директоры Георгий Петин да бар. Шаршамбы, 13 июндә, Республика Йортонда баш ҡала ҡунаҡтарын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡабул итте. Осрашыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, уның урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ла ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Олимпия уйындарына инмәгән спорт төрҙәре буйынса бөтә донъя уйындары 2021 йылда үтәсәк. Ярыштарҙа олимпия уйындары программаһына инмәгән спорт төрҙәре буйынса иң көслө спортсылар, донъя чемпиондары ҡатнашасаҡ.

2012 йылдың ғинуарында республика делегацияһы Сантьяго де Кали ҡалаһына (Колумбия) 2013 йылғы Донъя уйындарына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышына саҡырылғайны. Шунда 2021 йылда Донъя уйындарын үткәреү урыны булараҡ Башҡортостандың презентацияһы үткәрелде лә инде.

Әлеге осрашыу 2021 йылғы Уйындарҙы ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләрен тикшереүгә арналды.

Рөстәм Хәмитов был осрашыуҙы күптән көтөүен йәшермәне:

— Беҙ Бөтә донъя уйындарын үткәреүгә әҙерлек эштәрен башланыҡ. Рәсәйҙең элекке Президенты, әле РФ Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев, шулай уҡ әлеге Президент Владимир Путин менән уларҙы Башҡортостанда үткәреү мөмкинлеген тикшерҙек, һәм улар был фекерҙе хупланы, — тип ышандырҙы республика башлығы. – Оло эштәр көтөүен, сығымдарҙың да ҙур булырын беләбеҙ. Беҙ бөтә эштәр комплексына ла әҙер.

Рөстәм Зәки улы төбәктең ҙур халыҡ-ара ярыштар үткәреү буйынса бай тәжрибәһе булыуын билдәләне, һәм ҡала инфраструктураһын еренә еткерергә — яңы спорт объекттары һәм ҡунаҡханалар төҙөргә, булғандарын реконструкцияларға вәғәҙә бирҙе.

— Ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшер өсөн, әле беҙҙең бурыс – ошо һайлап алыуҙы үтеү. Был уйындарҙы юғары кимәлдә үткәреү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тип һығымта яһаны Рөстәм Хәмитов.

Халыҡ-ара Бөтә донъя уйындары ассоциацияһы президенты Рон Фройлих Өфөләге барлыҡ спорт ҡоролмаларының да яҡшы хәлдә булыуын, йәнә бындағы тәбиғәттең матурлығына хайран ҡалыуын билдәләне. Рон Фройлих ҡунаҡханалар торошона ҡарата ғына борсолоу белдерҙе – улар әле Уйындарҙың бихисап спортсыларын һәм ҡунаҡтарын ҡабул итерлек хәлдә түгел.

— 2021 йылғы Уйындарҙы үткәреүгә бәйле ҡарар 2014 йылда ҡабул ителәсәк, мин Заявка кенәгәһенең киләһе йылға уҡ әҙер булыуын теләр инем, – тине Фройлих. – Уйындарҙың спорт директорын тәғәйенләү һәм Ойоштороу комитетын булдырыу – был ярыштарҙы үткәреүгә лайыҡлы гарантия. Беҙ бер командала эшләргә, еңеү шатлығын һәм еңелеүгә бәйле әрнеүҙәрҙе бергә кисерергә тейешбеҙ, — тип билдәләне ул.

Башҡортостан Президенты киләһе йылда уҡ Уйын төрҙәре комплексы һәм еңел атлетика манежы төҙөлөшөн, Уйындарҙың төп стадионын һыйҙырышлыраҡ итеп реконструкциялауҙы башларға, ҡыҙыҡлы һәм бай мәҙәни программа әҙерләргә вәғәҙә бирҙе.

Осрашыуҙа Халыҡ-ара уйындарҙы киң мәғлүмәт сараларында киңерәк яҡтыртыу мәсьәләләре лә тикшерелде.

Милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса комитет рәйестәше Геннадий Алешин, Уйындарҙы Өфөлә үткәреү фекерен Рәсәйҙең спорт министрлығы менән олимпия комитеты тулыһынса яҡлай, тип билдәләне.

— Был ярыштарҙы үткәреү урыны сифатында Башҡортостандың һайланыуы – һәйбәт ҡарар, — тине Алешин. – Лайыҡлы инфраструктура һәм төҙөлөш буйынса ҙур пландарҙан тыш, бында тәбиғәт шарттары ла күркәм.