11 декабрь, Йәкшәмбе

13 июнь 2012 йыл, 17:12

Өфө китапханалары балаларға әҙәби композициялар һәм электрон презентациялар тәҡдим итә

автор: Розалия Вәлиева

Йәйге каникул көндәрендә Өфө китапханаларында балалар өсөн төрлө саралар үтә.

14 июндә 2-се китапханала «Башҡортостан телдәре гөлләмәһе» тип аталған әҙәби-музыкаль композиция күрһәтеләсәк. Унда 158-се мәктәп уҡыусылары китапханасылар менән әҙерләнгән «Этно-мозаика» дискыһының электрон презентацияһын ҡараясаҡ. 15 июндә Үҙәк ҡала китапханаһында — «Андерсен геройҙары илендә» викторинаһы, ә 18 июндә Өфөнөң 97-се мәктәбендә «Яратҡан әкиәт биттәре буйлап» әҙәби сәйәхәте ойоштороласаҡ.

— Ҡала китапханаларының каникулы юҡ, — ти ҡала китапханалары системаһы директоры Ольга Евдокимова. – Йәй миҙгеленә хеҙмәткәрҙәр һәр төрлө уйындар һәм танып белеү программалары әҙерләне. Каникулдарҙы балалар үҙәктәре тәрбиәләнеүселәре менән берлектә беренсе йыл ғына үткәрмәйбеҙ.

темалар: китапханалар