3 декабрь, Шәмбе

13 июнь 2012 йыл, 15:46

Башҡортостан ҡурайсылары йыйынға әҙерләнә

автор: Розалия Вәлиева

30 июндә Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылы янында 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығына арналған ҡурайсылар йыйыны үткәрелә, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгендә.

Сара сиктәрендә тарихсылар, тарихи һәм документаль факттарға таянып, һуғыш ваҡиғалары тураһында һөйләйәсәк, йырсылар һәм ҡурайсылар Ватан һуғышына арналған әҫәрҙәр башҡарасаҡ. Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙан киләсәк быуын өсөн почетлы «Тарих китабы»на автографтар йыйыласаҡ.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ырымбурҙа һәм Көйөргәҙе районы биләмәһендә йөҙ йыл элек ошондай уҡ ике йыйылыш үткәрелгән, ул ваҡытта ла ҡурайсылар ата-бабаларҙың данлы тарихын бәйән иткән йыр-моңдарҙы башҡарған.

Ҡурайсылар йыйынында ҡатнашыу өсөн 20 июнгә тиклем Республика халыҡ ижады үҙәгенең электрон адресына коллектив заявкалар бирергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(347)289-65-50 телефоны аша һәм Халыҡ ижады үҙәге сайтынан алырға мөмкин.

Билдәле булыуынса, Наполеон армияһы менән көрәшкә 28 башҡорт атлылар полкы ойошторолған. Тарихсылар билдәләүенсә, казактар һәм милли ғәскәрҙәр араһында башҡорттар полктар иҫәбе буйынса Дон казак ғәскәрҙәренән һуң икенсе урында торған. 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған музыкаль фольклор өлгөләре башҡорт халҡының рухи донъяһында айырым урын биләй. Донъя халыҡтары фольклорында «Кутузов» йырының, «Наполеон Бонапарт» маршының аналогтары юҡ.