3 декабрь, Шәмбе

13 июнь 2012 йыл, 15:00

Өфө ветераны Рәсәй Президентынан ҡотлау хаты алды

автор: Любовь Колоколова

Хеҙмәт ветераны, ярты быуаттан ашыу Өфө моторҙар эшләү заводында (әле «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) тир түккән тыл хеҙмәтсәне Һаҙый Ғәли улы Хәлитов өсөн Рәсәй һәм Ҡала көнө өсләтә байрам булды: ул 95 йәшен билдәләне.

Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бихисап туғандары һәм яҡындарының ҡотлауҙарынан тыш, ветеранға Рәсәй Президенты исеменән шәхси ҡотлау хаты ла килде. Адресатҡа хатты сәскәләр гөлләмәһе һәм бүләк менән бергә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов алып барып тапшырҙы. Юбилярҙы ҡотлап, ул Һаҙый Ғәли улына һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләне.

Әйткәндәй, яҡын арала баш ҡаланың Калинин районында йәшәгән тағы ете Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәсәй Федерацияһы Президентынан ошондай уҡ шәхси ҡотлау хаттары аласаҡ.