4 декабрь, Йәкшәмбе

13 июнь 2012 йыл, 13:27

II Рәсәй-Германия фәнни форумында ҡатнашыусылар Башҡорт дәүләт аграр университетында йыйыла

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт аграр университетында кесаҙна, 14 июндә, Рәсәй һәм Германия йәш ғалимдарының II халыҡ-ара конференцияһы асыла.  

Уның сиктәрендә тикшеренеүселәр һәм ғалимдар Рәсәй менән Германияның фәнни хеҙмәттәшлеге өлкәһендәге иң яҡшы ғилми һәм методик ҡаҙаныштарҙы тикшерәсәк, был өлкәләге һөҙөмтәләр, проблемалар һәм мөмкинлектәр буйынса фекер алышасаҡ. Атап әйткәндә, ике илдең берлектәге проекттары тураһында (шул иҫәптән, ведомство программалары сиктәрендә, хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәр, Tempus, Erasmus Mundus Programme) һөйләшеү көтөлә.

Конференция программаһында немец ғалимдары, РФ һәм БР Ауыл хужалығы министрлыҡтары, БР Урман хужалығы министрлығы, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығындағы ултырыштар, түңәрәк өҫтәлдәр, шулай уҡ «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына фәнни экскурсия ҡаралған.

темалар: мәғариф,вуздар