8 декабрь, Кесе йома

13 июнь 2012 йыл, 12:31

«500 ферма» программаһында ҡатнашыу өсөн 56 ғариза бирелгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан аграрийҙары «500 ферма» республика программаһында ҡатнашыу өсөн 56 ғариза биргән. БР Ауыл хужалығы министрлығы комиссияһы ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу буйынса эштәрҙе дауам итә.

Һуңғы конкурс һөҙөмтәләре буйынса өс предприятиеға — Федоровка районының Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативына, Илеш районының «Илеш» МТС-ы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә һәм Миәкә районының «Урал» ауыл хужалығы етештереү кооперативына ҡатнашыусы статусы бирелде. Әлегә был статусты 11 ауыл хужалығы предприятиеһы алды, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

— Хужалыҡтарға бар көсөнә фермаларҙы комплекслы реконструкциялау һәм ремонтлау эштәренә тотонорға кәрәк, — тине БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко, ошо көндәрҙә Благовещен районында үткән тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәһендә сығыш яһап.

Николай Коваленко тоҡомло мал һайлау менән шөғөлләнергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул йәнә аграрийҙарҙы был программа буйынса силос-сенаж ҡоролмаларын 15 авгусҡа ҡәҙәр сафҡа индерергә кәрәклегенә иғтибар итергә саҡырҙы.

1 сентябргә тиклем ауыл эшсәндәре ҡорамалдар һәм техника ҡайтарыуҙы ойошторорға, ә 1 октябргә капиталь ремонт эштәрен, биналар һәм ҡоролмаларҙы реконструкциялауҙы тамамларға тейеш. Объектты файҙаланыуға тапшырыу срогы — 15 октябрь.

БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре айырыуса проект-смета документацияһын әҙерләүгә, биләмәне, юлдарҙы төҙөкләндереүгә һәм ферма ҡоймаларына иғтибар итеүҙәрен һорай.