Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөнөң Калинин районында яңы балалар баҡсаһы асылды

Йәмғиәт

Өфөлә балалар баҡсаһы артты. 12 июндә, байрам көнөндә, Калинин районының Черниковская урамында 219-сы яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асылды.

Әүәлерәк был урында санитар-эпидемиологик талаптарға һәм янғын хәүефһеҙлеге нормаларына яуап бирмәгән ике иҫке балалар баҡсаһы урынлашҡан ине. Шуға күрә уларҙы ябып, урынына ҙурҙан бер бина төҙөргә ҡарар ителде.

Яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 220 балаға иҫәпләнгән. Беренсе ҡатында бәләкәстәр өсөн төркөмдәр, ашхана блогы, бассейн, медицина блогы, кер йыуыу бүлмәһе, административ баналар урынлашҡан. Икенсе ҡатында урта һәм өлкән йәштәге балалар төркөмдәре, физкультура залы, педагог-психолог һәм логопед бүлмәһе, рәсем студияһы, ҡышҡы баҡса, йәш эколог бүлмәһе урын алған.

Һуңғы алты йылда Калинин районында биш балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән, алдағы өс йылда иһә тағы бишәүҙе төҙөү планлаштырыла, тип хәбәр ителә Өфө хакимиәтенең сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть