4 декабрь, Йәкшәмбе

13 июнь 2012 йыл, 11:15

Башҡортостанда рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханынан уртаса балл 60,42-гә тиң

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханын 26041 кеше тапшырҙы. Минималь сикте, ә ул быйыл 36 балға тиң ине, сығарылыш уҡыусыларының 2,6 проценты, йәғни 676 кеше үтә алманы, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығынан.

Рус теле буйынса быйыл иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүсе юҡ, 2011 йылда бер генә уҡыусы имтиханды йөҙ балға тапшырғайны. Имтихан йомғаҡтары буйынса уртаса балл 60,42-гә тиң булды, 2011-ҙә ул 60,00 ине.

Әгәр рус теле буйынса имтихандан икеле алған уҡыусылар математиканы уңышлыраҡ тапшырһа, уларға резерв көнөндә — 20 июндә ҡайтанан тапшырыу хоҡуғы биреләсәк. Математика буйынса БДИ һөҙөмтәләре киләһе аҙнала билдәле буласаҡ.

Рус теле буйынса БДИ өсөн ҡуйылған баһалар менән риза булмауға бәйле аппеляция 15 һәм 18 июндә 9-18 сәғәттәрҙә БР Мәғарифты үҫтереү институты бинаһында (Өфө, Минһажев урамы, 120) үткәрелә.

Апелляцияға ғаризалар үрҙә күрһәтелгән адрес буйынса вестибюлдә 13-15 июндә (9-18 сәғәттәрҙә, шулай уҡ 18 июндә 9-17 сәғәттәрҙә) 1АП формаһы буйынса йәки ошо уҡ форма буйынса тәүлек әйләнәһенә (һөҙөмтәләр мәктәптә иғлан ителгәндән һуң) apellyacia@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителә (18 июндә иртәнге 08.00-гә тиклем, һуңлап килгән ғаризалар ҡаралмаясаҡ).

темалар: мәғариф,бди