3 декабрь, Шәмбе

13 июнь 2012 йыл, 10:00

Башҡортостан Президенты Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Олег Яровиков

Рәсәй көнө сиктәрендә Өфөлә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте, унда республика етәкселеге – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡатнашты.

Тантанала йәнә Башҡортостандың дәүләт власы органдары етәкселәре, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа рәсми кешеләр ҙә булды.  

Дуҫлыҡ монументы Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 400 йыл тулыуға ҡарата төҙөлгән. Өфөлә Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы көндәрен ошо һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башлау күптән матур йолаға әүерелгән.