10 декабрь, Шәмбе

13 июнь 2012 йыл, 9:24

Рөстәм Хәмитов Өфө Арбатынан үтте

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

Рәсәй һәм Ҡала көнө алдынан, 11 июндә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙың баш ҡалаһының Ленин урамында ойошторолған Арбатта булды, тип хәбәр итте БР Президентының матбуғат хеҙмәте.

11 июндә иртәнге һигеҙҙән 12 июндә төнгө 12-гә тиклем Вәлидинән алып Киров урамына тиклемге ара йәйәүлеләр урамына әйләнде. Бында асыҡ һауала сауҙа рәттәре эшләне, картиналар күргәҙмәһе ойошторолдо, ҡаланың ижади коллективтары, шул иҫәптән тынлы оркестр, ҡыллы музыка ҡоралдары квартеты, ҡурайсылар ансамбле сығыш яһаны. Импровизацияланған Арбатҡа меңләгән өфөлө килде.

Рөстәм Хәмитов Өфө Арбатынан хәләл ефете Гөлшат Хәмитова менән үтте. Республика башлығы ҡала халҡы менән аралашты, Өфөлә йәйәүлеләр урамы ойоштороуға бәйле уларҙың фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Халыҡ менән әңгәмәләшеү барышында республика Президенты, Өфө ҡала халҡының ялын ойоштороу эшендә алға ҙур аҙым яһаны, тип билдәләне.

темалар: БР Президенты