5 декабрь, Дүшәмбе

09 июнь 2012 йыл, 15:29

Электричкаларҙа арзаныраҡҡа йөрөргә мөмкин

автор: Любовь Колоколова

13 июндән «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Барыу һәм кире ҡайтыу өсөн билетҡа заказ биреп, кире килеүгә 50 процентлы ташлама ал» акцияһын үткәрә.

Эш көндәрендә ҡала яны тимер юл транспортында йөрөү өсөн кирегә 50 проценты ташлама менән билет алырға мөмкин. Тик бының өсөн билет кассаһында берсән ике яҡҡа ла билет алырға кәрәк буласаҡ.

Компанияның матбуғат хеҙмәтендә аныҡлауҙарынса, был акцияла түләүле категориялағы пассажирҙар, йәғни тулы хаҡҡа билет һатып алыусы кешеләр генә ҡатнаша ала. Акция федераль һәм төбәк льготаларынан файҙаланыусыларға һәм билетты ҡала яны поезында һатып алыусыларға ҡағылмай.

темалар: тимер юл,акция