8 декабрь, Кесе йома

09 июнь 2012 йыл, 15:00

Сибайҙа «Урал аръяғы-2012» инвестфорумы ябылды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда «Урал аръяғы-2012» инвестиция форумы үҙ эшен тамамланы. Һабантуй байрамы төбәк-ара кимәлдәге сараның ике көнлөк программаһының йомғаҡлау аккорды булды.    

Халыҡ байрамы Баймаҡ районындағы Граф күле буйында йәйелдерелде. Яҙғы баҫыу эштәрен тамамлау уңайынан йыл һайын ойошторолоусы тантанала республика Президенты Рөстәм Хәмитов һәм иҡтисади форумда ҡатнашыусылар: чиновниктар, эшҡыуарҙар, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар —республиканың һәм айырыуса башҡорт халҡының йолалары менән танышырға теләгән тиҫтәләгән Рәсәй субъекттарының вәкилдәре ҡатнашты.  

«Башинформ» агентлығының бығаса хәбәр итеүенсә, форум Сибайҙа йома, 8 июндә, асылғайны. Был сараның төп маҡсаты – яңы эш урындары булдырыу һәм урындағы халыҡтың күпләп ситкә китеүен туҡтатыу өсөн Урал аръяғы төбәгенә инвесторҙар йәлеп итеү.  

Эш программаһы сиктәрендә пленар ултырыш, тематик түңәрәк өҫтәлдәр дауамында дискуссиялар үтте. Ошонда уҡ сираттағы, иҫәп буйынса өсөнсө, БР Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышы үткәрелде.

Дөйөм алғанда форум эшендә 400-ләгән кеше ҡатнашты. Әлеге сара тәүге тапҡыр үткәрелә. Артабан ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, «Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы — уны йыл һайын үткәрелеүсе сараға әйләндерергә ниәтләй.