Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Алдағы байрам көндәрендә ике мең полиция хеҙмәткәре йәмәғәт тәртибен һаҡлаясаҡ

Йәмғиәт

Республика халҡының тыныслығын алдағы байрам көндәрендә ике меңгә яҡын полиция хеҙмәткәре һаҡлаясаҡ. Беҙҙе алда өс көнлөк ял көтә. 12 июндә бөтә ил Рәсәй көнөн билдәләй, 10 июндә Нефтекама һәм Бәләбәй халҡы Ҡала көнөн байрам итәсәк, ә 12 районда был көндә һабантуйҙар үтәсәк.

— Байрам көндәрен тәртип боҙоуҙар менән йәмһеҙләмәһендәр өсөн, Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы көсәйтелгән режимда эшләйәсәк. Полиция хеҙмәткәрҙәре республика халҡына ла һиҙгерлекте юғалтмаҫҡа саҡыра. Әгәр хоҡуҡ боҙоу осрағын күрһәгеҙ, айырым кешеләрҙең тәртибен ғәҙәти булмаған тип иҫәпләһәгеҙ, йәки шикле предмет осратһағыҙ, был турала полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итегеҙ, — тинеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Теги: байрам
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть