8 декабрь, Кесе йома

09 июнь 2012 йыл, 11:06

2012 йылда мәшғүллек хеҙмәтенә 168 мең кеше мөрәжәғәт иткән

автор: Галина Бахшиева

2012 йылдың тәүге биш айында Башҡортостандың 168 меңдән ашыу кешеһе дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыу өсөн республика мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән.

Уларҙың 46 меңе хеҙмәт биржаһына үҙҙәренә оҡшаған эш табыуҙа ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итһә, тағы 43 мең кеше профессиональ ориентация кеүек хеҙмәттән файҙаланған.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, бөтөн хеҙмәттәр ҙә хеҙмәт биржаһы тарафынан бушлай күрһәтелә.

Бынан тыш, биш меңдән ашыу кеше был арала мәшғүллек хеҙмәте органдары йүнәлтмәһе менән яңы һөнәр үҙләштерә башлаған. Төбәктең 32 меңгә яҡын кешеһе мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре ярҙамында эшкә урынлаша алған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығында.

Әлеге ваҡытта 25 меңдән ашыу эшһеҙ республиканың мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә тора.