8 декабрь, Кесе йома

09 июнь 2012 йыл, 10:39

Өфөлә «Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә Башҡортостандың индергән өлөшө» халыҡ-ара конференцияһы асылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөнөң Конгресс-холында «Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә Башҡортостандың индергән өлөшө» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы эш башланы. Ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡорт дәүләт университеты, БР Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге менән ойошторолған. Конференцияла Рәсәй, Украина, Болгария, Германия һәм АҠШ университеттарынан, ғилми һәм музей үҙәктәренән ғалимдар ҡатнаша.

Форумда ҡатнашыусылар Наполеон һуғыштары тарихына, дипломатияға, биографикаға, музеефикацияға һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Көньяҡ Урал территорияһында ойошторолған Рәсәй армияһының милли хәрби берләшмәләре һәм частарының яу юлына айырым иғтибар биреләсәк. Конференцияла 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған ғилми китаптарҙың презентацияһы ла үткәреләсәк.

Төштән һуң төньяҡ амурҙарына, Наполеонға ҡаршы һуғыштарҙа башҡорт атлылары феноменына арналған секция ултырыштары көтөлә.  

Конференция йомғаҡтары буйынса резолюция ҡабул ителәсәк.