Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Вячеслав Глазычевтың мәрхүм булыуы айҡанлы ҡайғы уртаҡлашты

Сәйәсәт

— Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән һәм шәхсән үҙемдән билдәле архитектор, ҙур ғалим, Мәскәү архитектура институты профессоры, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһының территориаль үҫеш менән идара итеү кафедраһы мөдире Вячеслав Леонидович Глазычевтың мәрхүм булыуы айҡанлы ҡайғы уртаҡлашыуымды белдерәм.

Вячеслав Леонидович республикабыҙҙың оло дуҫы булды. Уның ҙур аналитик һәләттәре, бөтөнләй башҡаса фекерләүе, ҡала төҙөлөшө практикаһын камиллаштырыу буйынса ҙур тәжрибәһе арҡаһында Башҡортостан ҡалаларын һөҙөмтәле һәм комплекслы үҫтереүҙең яңы йүнәлештәре билдәләнде. Был туғандары һәм яҡындары, коллегалары, беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ҙур юғалтыу, — тиелә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡайғы уртаҡлашыу хатында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть