Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 68.27 ↑

20 июль, Кесе йома

Уфа   °

Сибайҙа үткән инвестфорумда дөйөм алғанда 7 млрд һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды

Иҡтисад

«Урал аръяғы–2012» төбәк-ара инвестиция форумы барышында инвестицион хеҙмәттәшлек тураһында 11 килешеү төҙөлдө. Уларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә төбәккә ете млрд һумдан ашыу капитал һалынасаҡ. Улар иҫәбендә Баймаҡ районында гидролиз производствоһы һәм һөт заводы төҙөлөшө, Әбйәлилдә мәрмәр эшкәртеү производствоһын үҫтереү, Баймаҡта марганцовкалы ҡорос ҡойоу производствоһын ойоштороу, йомшаҡ бойҙай тарттырыу тирмәнен реконструкциялау һәм Сибай элеваторы базаһында көнбағыш эшкәртеү заводын төҙөү буйынса килешеүҙәр бар.

«Башинформ» агентлығының бығаса хәбәр итеүенсә, бөтә Рәсәй күләмендәге иҡтисади сара бөгөн Сибайҙа үтә. Күптән түгел форумдың пленар өлөшө тамамланды, уның ахырында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте.

Был проекттарҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуы һөҙөмтәһендә төбәктә 1300-ҙән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Эш урындары менән тәьмин итеү проблемаһы форумдың пленар өлөшөндә тикшерелгән төп тема булды: Урал аръяғында был мәсьәлә айырыуса көнүҙәк, быға күп осраҡта заманса производстволар булмауы сәбәпсе.

— Халыҡ мәшғүллегенә айырыуса ҙур иғтибар бирәбеҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле Рәсәй буйынса уртаса кимәлгә ҡарағанда юғарыраҡ, шулай ҙа былтыр был айырма бер аҙ кәмене. Әле республика Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән бер процентҡа ҡалыша ( Республикала иҡтисади йәһәттән әүҙем халыҡ араһындағы эшһеҙлек кимәле — 7,7 процентҡа, ә Рәсәй буйынса 6,6 процентҡа тиң).

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе айырыуса республика үҙәгенән алыҫ урынлашҡан, ошоноң арҡаһында иҡтисади процестарҙан ситтә торған райондарҙа асыҡ күренә.

«Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Галушка, Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығының партнерҙар селтәрен үҫтереү буйынса директоры Александр Пироженко, Башҡортостан Президенты советнигы — Башҡортостан Президентының инвестицион хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Андрей Назаров, Ростов өлкәһенең иҡтисад министры Владимир Бартеньев, Калуга өлкәһе иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары — Иҡтисади үҫеш министрлығының Инвестициялар идаралығы начальнигы Дмитрий Абрамов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров үҙҙәренең сығышында был мәсьәләне хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.

Форум эшендә илебеҙҙең 14 төбәгенән йәмғеһе 400-ләгән кеше — власть органдары, бизнес-берләшмә, фән даирәһе, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть