4 декабрь, Йәкшәмбе

08 июнь 2012 йыл, 13:30

Рөстәм Хәмитов: «Урал аръяғында халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен өҫтөнлөклө тәртиптә хәл итәсәкбеҙ»

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йома, 8 июндә, Урал аръяғы үҙәгендә — Сибай ҡалаһында асылған «Урал аръяғы-2012» инвестиция форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республиканың Урал аръяғы төбәген  үҫеш өсөн ғәйәт ҙур мөмкинлеге булған территория тип атаны.

Форумдың темаһы «25-20» стратегияһы: инструменттар, ресурстар һәм тормошҡа ашырыу юлдары» кеүек яңғырай. Бында Рәсәй Президенты Владимир Путин менән билдәләнгән 2020 йылға юғары етештереүсәнлеккә эйә 25 млн эш урыны булдырыу бурысы тураһында һүҙ бара. Халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен Рөстәм Хәмитов Урал аръяғы өсөн иң мөһимдәренең береһе тип билдәләне.

— Һуңғы 20 йылда бында юғары уҡыу йорттары филиалдарын һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларын асыу, мәктәптәр, мәҙәниәт һәм спорт ҡоролмалары төҙөү буйынса ҙур эштәр башҡарылыуына ҡарамаҫтан, төбәктән энергияһы ташып торған креатив йәштәрҙең ситкә — иң элек Өфөгә, Магнитогорскиға, Силәбегә, Екатеринбургҡа, Төмән өлкәһенә ағылыуы дауам итә. һәм был бик хәүефле тенденция. Тимәк, йәштәр әлегә төбәкте үҫтереүҙең перспективаһын күрмәй, — тип билдәләне БР Президенты. — Беҙ әле булған артта ҡалыуҙы бөтөрөү маҡсатын ҡуйҙыҡ. Һәм бында, Сибайҙа, форум үткәреү – был мәсьәләне хәл итеү юлындағы аҙымдарҙың береһе.

Рөстәм Хәмитов форумда ҡатнашыусыларға 2010 йылда республикала урындағы тәбиғәт ресурстарын, производство һәм транспорт инфраструктураһын, кадрҙар потенциалын иҫәпкә алып әҙерләнгән территорияларҙы үҫтереү буйынса айырым маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыуға тотоноуҙары тураһында һөйләне.

— Урал аръяғы буйынса программаны ғәмәлгә ашыра башлағандан алып ике меңдән ашыу эш урыны булдырылды, беҙ бит әле бер йылдан әҙ генә күберәк эшләйбеҙ, — тип билдәләне Президент. — Баймаҡта тәүлегенә ете мең тонна продукция бирергә һәләтле ит эшкәртеү комбинаты төҙөлдө. Учалы районында 500 башҡа иҫәпләнгән һөтсөлөк-тауар фермаһы яңыртылды. Баймаҡ ҡойоу-механика заводында яңы марганцовкалы ҡорос цехы төҙөлә. Ул быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Ейәнсура районында Иҫәнғол һөт заводын реконструкциялауҙың тәүге сираты тамамланды. Учалы һәм Йылайыр райондарында  ағас күмере производствоһын үҫтереү эштәре дауам ителә. 2012-2013 йылдарҙа бөтә көньяҡ-көнсығыш райондарҙа ла күмер яндырыу өсөн 15 мейес ҡороу планлаштырыла.

Республика Президенты әйтеүенсә, программа положениеларын тормошҡа ашырыуға 2011 йылда биш млрд самаһы аҡса һалынған, шуларҙан 3,5 млрд – инвестпроекттарға, 1,5 млрд социаль инфраструктураға киткән.

— Урал аръяғы райондарын үҫтереү программаһы сиктәрендә йәмғеһе 5,5 меңдән ашыу эш урыны булдырырға ниәтләйбеҙ. Шикләнмәйем, беҙ был программаны үтәйәсәкбеҙ,  — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.