Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

«Өфө» аэропортындағы траптарҙың береһен ҡырағай бал ҡорттары һырып алған

Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортына бөгөн ҡырағай бал ҡорттарының күсе ултырған. Ғәҙәттән тыш хәл Өфө аэропортының перронында күҙәтелгән: пассажирҙарҙы самолетҡа үткәреүсе телескопик траптарҙың береһен ҡырағай бал ҡорттары күсе һырып алған.

Уларҙан ҡотолоу өсөн күс йыйыу ҡулайламаһы булған белгесте саҡыртырға тура килгән.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр һәм социаль мәсьәләләр буйынса бүлеге начальнигы Таһир Мөхәмәтшин хәбәр итеүенсә, бындай хәлде ул тәүге тапҡыр күҙәтә. Аэропорт территорияһына күсеп йөрөүсе бал ҡорттары яңылыш килеп ингәндер, күрәһең.

Билдәләп китәйек, был арала самолетҡа йүнәлгән пассажирҙар булмаған. Бал ҡорттары берәүҙе лә саҡмаған. Күс ҙур түгел: бал ҡорттарының дөйөм ауырлығы 1,5 килограмды тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть