4 декабрь, Йәкшәмбе

08 июнь 2012 йыл, 12:15

Рөстәм Хәмитов Урал аръяғы форумында ҡатнашыу өсөн Сибайға килде

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сибайға «Урал аръяғы-2012» инвестиция форумына килде. Уның пленар өлөшө ҡаланың балалар ижады үҙәгендә үтә. Форумда 300-ләп кеше ҡатнаша. Улар федераль һәм төбәк власы органдарының, үҫеш институттарының, алдынғы бизнес-структураларҙың, киң мәғлүмәт сараларының һәм йәмәғәт ойошмаларының вәкилдәре, күренекле Рәсәй ғалимдары һәм эксперттары.