9 декабрь, Йома

08 июнь 2012 йыл, 12:07

Тәүге берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре билдәле булды

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда биология, тарих һәм информатика буйынса тәүге берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре билдәле булды. Өс имтихан һөҙөмтәләре буйынса 10 кеше 100 балл йыйған, шуларҙың туғыҙы — информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса, береһе – биологиянан. 728 уҡыусы минималь балл күләмен йыя алмаған: 322-һе — биологиянан, 250 кеше – тарихтан һәм информатиканан 156 кеше, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығында.

Тарихтан имтиханды 3392 кеше тапшырған, имтихан йомғаҡтары буйынса уртаса балл 54,94-кә тиң.

Информатика буйынса 2700 кеше белемен тикшергән. Был фән буйынса уртаса балл — 64,32.

Биологиянан имтиханға 5207 кеше килгән, был дисциплина буйынса уртаса балл 54, 25-те тәшкил иткән.

Кисә сығарылыш уҡыусылары математиканан икенсе мотлаҡ имтихан тапшырҙы. Уның барышында өс ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән.

— Инциденттар Федоровка, Кушнаренко, Бүздәк райондарында күҙәтелде. Уҡыусылар имтихан материалдарын интернетҡа һалған. Республикала үткән бөтөн имтихандар барышында йәмғеһе 11 ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлде, — тине БР Мәғариф министрлығының белем сифатын баһалау һәм БДИ бүлеге начальнигы Зәки Мырҙағәлин.

Билдәләп үтәйек, биология, Рәсәй тарихы, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса БДИ өсөн ҡуйылған балдар менән риза булмағандар апелляцияға бирә ала, аппеляция 9 июндә 14-18 сәғәттәрҙә БР Мәғарифты үҫтереү институты бинаһында (Өфө, Минһажев урамы, 120) үтәсәк.  

Апелляцияға ғаризалар үрҙә күрһәтелгән адрес буйынса 8 июндә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем һәм 9 июндә 9 — 14 сәғәттәрҙә 1АП формаһы буйынса йәки ошо уҡ форма буйынса тәүлек әйләнәһенә (мәктәптәрҙә һөҙөмтәләр иғлан ителгәс) apellyacia@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.

темалар: мәғариф,бди