10 декабрь, Шәмбе

08 июнь 2012 йыл, 11:06

Өфөлә быйыл 10 балалар баҡсаһы төҙөлә

автор: Любовь Колоколова

Быйыл Өфөлә ун мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

— Имен совет заманы менән сағыштырғанда ла Өфө өсөн был ҙур һан, — тине хакимиәт башлығы Ирек Ялалов «Ижтимағи электрон гәзит» сайтындағы онлайн-конференция барышында. – Киләһе йылда ла ошонан кәм төҙөргә йыйынмайбыҙ.

Ҡала хакимиәте башлығы баш ҡалала әүәлгесә балалар баҡсалары етмәүен билдәләне. Шуға күрә яңы балалар баҡсаларын төҙөү сараһы күрелә, ошоноң менән бергә тыуым аҙ булған осорҙа (уҙған быуаттың 90-сы йылдары) офис һәм башҡа коммерция күсемһеҙ милке итеп үҙгәртелгән биналарҙы кире ҡайтарыу буйынса эштәр алып барыла.

— Балалар баҡсаһын ҡайтарыу процесы дауам итә, — тип белдерҙе Ирек Ялалов. Бынан тыш, 40-50 йыл элек төҙөлгән балалар учреждениеларында капиталь ремонт үткәрелә. Уларҙың күбеһе тулыһынса реконструкциялауға мохтаж.