Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Ирек Ялаловҡа баш ҡала хакимиәтенең сайтында һорау бирергә мөмкин

Йәмғиәт

Өфө хакимиәте сайтына ингәндәрҙең шәхсән Ирек Ялаловҡа һорау бирергә мөмкинлеге бар.  

Хакимиәт сайтында айырым бит булдырылған, унда ҡала халҡы иҫкәрмәләрен һәм теләктәрен ҡалдыра ала, тип хәбәр итте сити-менеджер.

Уның һүҙҙәренсә, сайтта аралашыу «Йәнле журнал»дағы блогты алмаштырған.

— Мин уны йылдан ашыу алып барҙым, — тине Ирек Ишмөхәмәт улы. – Бының өсөн ваҡыт кәрәк, ә минең эшем менән бөтөнләй ваҡыт ҡалмай, өфөлөләрҙең күбеһе йоҡоһонан да уянмағанда эшкә киләм, бик һуң ҡайтам. Ә сайттағы хаттарҙы даими ҡарап барам. Шулай уҡ «Мэрия» абоненты өсөн 2-770-911 һандары буйынса ҡыҙыу пейджер эшләй

— Мөрәжәғәттәр иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, — тип ышандырҙы хакимиәт башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть