8 декабрь, Кесе йома

08 июнь 2012 йыл, 10:07

Башҡортостанда эконом-класындағы аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө проекты тормошҡа ашырыласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан эконом-класындағы яңы аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө проектын тормошҡа ашырыуға тотондо. Тейешле килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу планына кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса федераль фондтың генераль директоры Александр Браверман ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, республикаға арзан һәм уңайлы торлаҡ төҙөүгә федераль милектәге ер участкалары бирелә. Ҡаланы перспективалы үҫтереү зонаһынан тәүге 147 гектар Өфөгә тапшырылған да инде.

Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә Өфө районының Ветошников ауылы янында төҙөләсәк беренсе аҙ ҡатлы ҡасаба проектының презентацияһы үтте. Комплекслы төҙөлөш 58,9 гектар майҙанда йәйелдереләсәк. Был участканы ҡуртымға алыуға хоҡуҡты һатыу буйынса аукцион Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды менән 29 июнгә билдәләнгән. Бер йылдан һуң бында коттедждар төҙөлөшө киң ҡолас алырға тейеш. Ә ике йылдан һуң, ҡул ҡуйылған планға ярашлы, төҙөүселәр тәүге 344 йортто файҙаланыуға тапшырырға бурыслы. Был майҙаны иң күбендә 150 квадрат метрлыҡ йорттар буласаҡ. Өй менән бергә 10 сутый ер участкаһы ла бирелә.

Биҫтә төҙөлөшөндә мотлаҡ энергия һаҡлау технологиялары ҡулланыласаҡ, ошоноң арҡаһында өй туйлаусылар ресурстар өсөн түләүҙәрҙә ярайһы ныҡ экономиялай аласаҡ.

Тәүге йорттар менән бергә бында социаль инфраструктура объекттары ла ҡалҡасаҡ. Балалар баҡсаһын, мәктәп һәм сауҙа комплексын төҙөү ҡаралған.

Башҡортостан Хөкүмәтендә түңәрәк өҫтәл форматында үткән бөгөнгө кәңәшмәлә микрорайонды тейешле инженерлыҡ инфраструктураһы менән тәьмин итеү мөмкинлеге ҡаралды. Газ һәм һыу биреү өсөн был районда техник мөмкинлектәр бар. Газға тоташыу урынына тиклемге ара ни бары 200 метрға тиң. Йылы йорт эсендәге индивидуаль ҡаҙанлыҡтарҙан биреләсәк. Яңы биҫтәне «Миловка» станцияһының электр селтәрҙәренә тоташтырыу мөмкинлеге бар.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов был микрорайонды һыу менән тьмин итеү, һыуҙы торбаларға ебәреү мәсьәләһен хәл итеүгә бәйле тәҡдим индерҙе. Уны тормошҡа ашырғанда яңы ҡасаба халҡы эсәр һыу менән бер үҙәктән тәьмин ителәсәк. Инженерлыҡ инфраструктураһын төҙөүгә федераль Фонд та ярҙам итергә әҙер.

— Бөгөн Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды менән килешеүҙе тормошҡа ашырыу планына ҡул уйылды. Был торлаҡ төҙөләсәк ерҙәрҙе ҡулланылышҡа индереү планы ул. Беҙ был участкаларҙа кәм тигәндә эконом класындағы 200 мең квадрат метр торлаҡ күтәрәсәкбеҙ. Әммә был эштең башы ғына, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Уның һүҙҙәренсә, был республикала торлаҡ төҙөлөшө үҫешендәге яңы, ҙур аҙым.

— Беҙгә Фондтан бирелгән участкалар инфраструктура менән тәьмин ителәсәк, ошоноң иҫәбенә торлаҡ хаҡы кәмей, — тип билдәләне республика башлығы. — Халыҡ көтөп арыны. Кешеләргә ошондай торлаҡ кәрәк. Һәм уны тиҙ арала, сифатлы итеп һәм төрлө форматта төҙөргә кәрәк.

Башҡортостан Президенты йылына 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү күләменә сығыу бурысын ҡуйҙы. Индустриаль алым менән йыл һайын миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ төҙөлөргә тейеш.

— Башҡортостан менән һуңғы ике йылда бөтөнләй яңы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре булдырыла, — тип проекттың әһәмиәтен билдәләне Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды директоры. — Бындай проекттарҙы Фонд башҡа төбәктәрҙә лә тормошҡа ашыра, уларҙың алтыһында кешеләр өй туйланы ла инде. Бар осраҡта ла квадрат метрҙың хаҡы баҙар хаҡынан – 10-15 процентҡа, ә социаль торлаҡҡа РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы менән билдәләнгән хаҡтан биш-ете процентҡа арзаныраҡ булды.

Фонд башлығы Башҡортостандағы инвестицион климаттың тағы бер мөһим аспектта хеҙмәттәшлек итергә мөмкинлек биреүен билдәләне – был төҙөлөш материалдарын сәнәғәт күләмендә етештереү.

— Төбәк уңайлы ерҙә урынлашҡан һәм тауар поставкалау араһы ла йыраҡ түгел, былар инвесторҙарға бында булдырылған шарттарҙа республикаға килергә мөмкинлек бирә, — тине Александр Браверман.