7 декабрь, Шаршамбы

07 июнь 2012 йыл, 16:03

«Башинформ» агентлығы һайлауҙарҙы яҡтыртҡан өсөн РФ Үҙәк һайлау комиссияһының наградаһын алды

автор: Марина Шумилова

РФ Үҙәк һайлау комиссияһында 7 июндә киң мәғлүмәт сараларында һайлауҙарҙы һәм һайлау ҡануниәтенә бәйле мәсьәләләрҙе иң яҡшы яҡтыртыуға бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Унда «Башинформ» агентлығының генераль директоры Максим Ульчев ҡатнашты.

Һайлауҙарҙы телевидениела һәм радиостанцияларҙа, баҫма киң мәғлүмәт сараларында, мәғлүмәт агентлыҡтарында һәм Интернет селтәрендә яҡтыртыу, шулай уҡ заманса электрон технологияларҙы файҙаланып яҡтыртыу кеүек дүрт номинацияла үткән бөтә Рәсәй конкурсында Рәсәйҙең 63 субъектынан 229 киң мәғлүмәт сараһы вәкилдәре ҡатнашты. Туғыҙ төбәк киң мәғлүмәт сараһы уның лауреаты булды. 2011-2012 йылдарҙағы һайлауҙарҙы яҡтыртыу буйынса мәғлүмәт агентлыҡтары һәм интернет-баҫмалар араһында икенсе урын алған «Башинформ» агентлығы ла – улар араһында.

Конкурс еңеүселәренә  дипломдар тапшырып, РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров төбәк киң мәғлүмәт саралары журналистарының юғары профессионализмын билдәләне һәм, төбәк киң мәғлүмәт сараларында донъя күргән һайлау тураһындағы материалдарҙың дөйөм иҫәбе федераль киң мәғлүмәт сараларындағына ҡарағанда күпкә артығыраҡ, тип билдәләне. Владимир Чуров әйтеүенсә, төбәк мәғлүмәт саралары һайлаусылар өсөн аңлайышлыраҡ яҙа.

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе конкурс еңеүселәренә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының дипломдарын тапшырҙы.

темалар: һайлау,конкурс