Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 200 йыллығы билдәләнәсәк

Сәйәсәт

8 — 12 июндә Өфөлә һәм Ҡырмыҫҡалы районында Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған тантаналар үтәсәк.

9 июндә Өфөнөң Конгресс-холында үтәсәк 1812 йылдағы Ватан һуғышында Еңеүҙең 200 йыллығына арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы байрам сараларының үҙәк ваҡиғаһы буласаҡ. Фәнни форум сиктәрендә БР Милли музейында «1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар» диорамаһы асыласаҡ.

10 июндә Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылында  «Любезники, любизар» театрлаштырылған халыҡ ижады байрамы, 1812 йылғы яуҙың тарихи реконструкцияһы һәм һабантуй үткәрелә.

12 июндә, Рәсәй көнөндә, Өфөнөң Ленин майҙанында күләмле театрлаштырылған тамаша көтөлә, «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында ла ҡала халҡы өсөн күләмле байрам программаһы әҙерләнә.

Теги: байрам
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть