9 декабрь, Йома

07 июнь 2012 йыл, 14:50

2012 йылда Өфө ихаталарын ремонтлауға 500 млн һум бүленгән

автор: Галина Бахшиева

Полмиллиарда рублей выделено Уфе на благоустройство дворов в 2012 году.

Бөгөн «Ижтимағи электрон гәзит» сайтындағы онлайн-коференция барышында Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов әйтеүенсә, әле ҡалала биш меңләгән ихата биләмәһе иҫәпләнә.

— Республика ярҙамында беҙ әле «500 ихата» программаһын тормошҡа ашырабыҙ. 2011 йылда 500-гә яҡын ихата ремонтланһа, быйыл да шул сама төҙөкләндереләсәк. Эштәрҙе бындай темптар менән алып барһаҡ, беҙгә тағы туғыҙ йыл кәрәк буласаҡ. Шуға ла был программаны алдағы биш-алты йылда үтәп сығыр өсөн әле средстволар, шул иҫәптән займға аҡса алыу мөмкинлеге эҙләйбеҙ.

Ирек Ялалов билдәләүенсә, һуңғы 15-20 йылда ихата биләмәһенә йүнәлтелгән аҡса Өфөлә 50 млн һумдан ашмаған. 2012 йылда был сумма ныҡ артып, ярты миллиардҡа еткән. Ҡала башлығы фекеренсә, «Өфө өсөн был ғүмерҙә булмаған хәл».