2 декабрь, Йома

07 июнь 2012 йыл, 14:21

Рәсәйҙә Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ойошторола

автор: Людмила Терновая

Владимир Путин Рәсәй Президенты ҡарамағында Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә РИА Новости.

Совет Рәсәйҙең дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға бәйле мәсьәләләрҙе ҡарағанда федераль дәүләт власы органдарының, РФ субъекттары дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидара органдарының, йәмәғәт берекмәләренең, ғилми һәм башҡа ойошмаларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеген тәьмин итергә тейеш. Уны Владимир Путин етәкләй. Совет рәйесе урынбаҫары итеп РФ Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Вячеслав Володин тәғәйенләнгән.