Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе иң ҙур экспортер булыуын тағы бер раҫланы

Иҡтисад

Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы предприятиеһы — «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2011 йыл йомғаҡтары буйынса федераль холдингыларҙың иң эре ун бүлексәһе исемлегенә инде.  

«Эксперт-Урал» төбәк аҙналығы менән «Эксперт-Урал» аналитика үҙәге Урал һәм Көнбайыш Себер компанияларының рейтингын төҙөгәндә отчет осорондағы экспорт күләме һайлап алыуҙың төп критерийы булған. «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең экспорт күләме 14,39 млрд һум тәшкил итә, был предприятиеға 2010 йыл менән сағыштырғанда бер баҫҡысҡа күтәрелеп, алтынсы урынға сығырға мөмкинлек биргән.

Берекмәнең корпоратив коммуникациялар идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән етештерелгән двигателдәр һигеҙ илгә — Әзербайжанға, Алжир, Белоруссия, Вьетнам, Ҡытай, Һиндостан, Көньяҡ Корея һәм Угандаға оҙатылған.

Теги: сәнәғәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть