Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө офтальмологтары «Көнсығыш-Көнбайыш-2012» халыҡ-ара конференцияһына әҙерләнә

Йәмғиәт

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының 85 йыллығына арналған офтальмология буйынса «Көнсығыш-Көнбайыш-2012» ғилми-ғәмәли конференцияһы Өфөнөң Конгресс-холында 7 һәм 8 июндә үтәсәк, тип хәбәр иттеләр ғилми учреждениела.

Конференцияла Рәсәй төбәктәренән, Германиянан, Япония, Һиндостан, Пакистандан һәм Австриянан офтальмохирургтарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Сара сиктәрендә заманса ҡорамалдар ярҙамында алдынғы Рәсәй һәм сит ил белгестәре ҡатнашлығындағы күрһәтмә операцияларҙың трансляцияһы үткәреләсәк.

Хирургтар глаукоманы, күҙ диабетын диагностикалау һәм дауалау, офтальмологияла төрлө импланттар ҡулланыу кеүек өлкәләге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Профессор Ингрид Крейсик күҙ төбө патологияһы хирургияһы буйынса лекция уҡыясаҡ һәм бындай ауырыуҙарҙы дауалау буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть