10 декабрь, Шәмбе

07 июнь 2012 йыл, 11:43

Өфө мэры «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә

автор: Сергей Захаров

7 июндә «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың онлайн-конференцияһы үтә.      

«Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, урындағы ваҡыт менән 11.30-ҙан 12.30-ға тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше уға мөрәжәғәт итә ала.  

Интернет менән ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.

Ҡала башлығының блогерҙар менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында, шулай уҡ «Башинформ» агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.

Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет донъя күрәсәк.