9 декабрь, Йома

07 июнь 2012 йыл, 11:57

7 июндән Өфө халҡы бер яҡлы хәрәкәт темаһына үҙ фекерен белдерә ала

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Өфө халҡы ҡаланың тарихи үҙәгендә — Ленин, Гоголь, М.Кәрим, Чернышевский урамдарында юл хәрәкәтенең нисек ойошторолоуына бәйле үҙ теләктәрен белдерә ала. Халыҡтан һорауҙарға яуап алыу Өфө хакимиәтенең заказы буйынса ойошторола. Ул 7 июндә башлана һәм бер аҙна дауам итәсәк. Был көндәрҙә 16.00-дән 19.00-гә тиклем «Башҡортостан» ҡунаҡханаһы», «Телеүҙәк», «Авиация техникумы» йәмәғәт транспорты туҡталыштарында интервьюерҙар эшләйәсәк, улар транспорт көткән граждандарға бер яҡлы хәрәкәт схемаһын индереүгә бәйле проблемалар тураһындағы һорауҙарға яуап бирергә тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ бер яҡлы хәрәкәт ойошторолған урамдарҙа йәшәүселәргә, автоһәүәҫкәрҙәргә һәм автобус водителдәренә лә һорауҙар биреләсәк.

— Сарала ҡатнашыу аноним буласаҡ, әйтелгән тәҡдимдәрҙең барыһы ла дөйөмләштереләсәк һәм Өфөнөң үҙәк урамдарында юл хәрәкәтенә бәйле килеп тыуған хәлдәрҙе баһалағанда иҫәпкә алынасаҡ, — тип ышандырҙылар ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: юл хәрәкәте